Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Дш.: 12.00-22.00
Шш-Йш.: 10.00-22.00

Төркөм менән килеү

1. Өлкәндәр һәм балалар өсөн төркөм менән килеү

10 кешенән күберәк төркөм менән килеүселәр өсөн Өфө Аквапаркы “Тулы көн” һәм  “4 сәғәт” тарифтары буйынса ташламалы хаҡтар тәҡдим итә.

10 кешенән күберәк төркөм өсөн – 10% ташлама.

20 кешенән күберәк төркөм өсөн – 15% ташлама.

30 кешенән күберәк төркөм өсөн – 20% ташлама.

50 кешенән күберәк төркөм өсөн – 25% ташлама.

100 кешенән күберәк төркөм өсөн – 30% ташлама.

18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр аквапаркка өлкәндәр оҙатыуында ғына индерелә.
Буйы 1 метрға тиклемге балалар аквапаркка БУШЛАЙ инә һәм төркөм ағзаһы булараҡ иҫәпкә алынмай.

Алдан бронь алыу өсөн һатыуҙар бүлеге телефонына шылтыратырға:
  • +7 (347) 297-0-297 (эске тел. 3)
Акциялар һәм ташламалар бер-береһенә ҡушылмай.

2. Мәктәп төркөмдәре өсөн махсус хаҡтар

Өфө аквапаркы 10 кешенән күберәк Мәктәп төркөмдәре* өсөн махсус хаҡтар һәм шарттар тәҡдим итә.
*(1-сенән 11-се класҡа тиклем балалар шөғөлләнеүсе дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, секциялар, түңәрәктәр, клубтар һ.б.).

7 бала иҫәбенә 1 өлкән кеше Өфө аквапаркында БУШЛАЙ була. Тейешле күләмдә оҙатып йөрөүсе өлкән кеше булмаһа, балалар төркөмө аквапарк биләмәһенә индерелмәй.

Алдан бронь алыу өсөн Һатыуҙар бүлеге телефонына шылтыратырға:
  • +7 (347) 297-0-297 (эске тел. 3)

Акциялар һәм ташламалар бер-береһенә ҡушылмай.

3. Хеҙмәттәшлеккә саҡырабыҙ

Өфө аквапаркы туристик агентлыҡтар өсөн махсус тарифтар һәм бронь алыу шарттары, түләү төрҙәре тәҡдим итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Һатыуҙар бүлеге телефондары аша алырға мөмкин:
  • +7 (347) 297-0-297 (эске тел. 3)

Возврат к списку

Поделиться:
◢◣ Наверх

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных