Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Әлеге ваҡытта аквапаркта:
воздуха +31°С; һыу +30°С

ДШ: санитар кон
ШШ-ЙМ: 12.00 -20.00
ШМ-ЙШ: 10:00-22.00

Аквапаркта тыуған көн

Аквапаркта тыуған көн

“Тыуған көн” тарифы.

Һеҙҙең тыуған көнөгөҙмө?! Улайһа, беҙ һеҙҙе Өфө Аквапаркында көтөп ҡалабыҙ!

День рождение в Аквапарке Планета


Һеҙҙең тыуған көнөгөҙмө?! Улайһа, беҙ һеҙҙе Өфө Аквапаркында көтөп ҡалабыҙ!
Байрам хужаһына “4 сәғәт” һәм “Тулы көн” тарифтарына 30% ташлама ҡаралған (тарифтар менән ошонда танышырға була).

Ташлама байрам хужаһына тыуған көнөнә тиклем һәм унан һуң 7 көн дауамында ғәмәлдә ҡала. Башҡа ҡунаҡтар өсөн Аквапаркка инеү база тарифтарына ярашлы башҡарыла.

Ташлама менән ҡулланыу өсөн байрам хужаһына тыуған көнөн раҫлаусы документ (өлкәндәргә – паспорт, балаларға – тыуыу тураһында таныҡлыҡ) кәрәк буласаҡ.
Акциялар һәм ташламалар бер-береһенә ҡушылмай.


Өфө Аквапаркында дуҫтар менән үҙенсәлекле тыуған көн!

1-187.jpg


Кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн мауыҡтырғыс программа:

«Маша Аквапаркта»

Бәләкәстәрҙе мауыҡтырғыс аква-уйындар, пляж волейболы, аквааэробика һәм башҡа ҡыҙыҡлы бәйгеләр көтә! Маша менән бергә билдәләгән тыуған көн мотлаҡ ҡабатланмаҫ һәм онотолмаҫ буласаҡ!


«Фиксиктар»

Алып барыусы: Симка

Симка балалар менән күңел асып ҡына ҡалмаясаҡ, ә уларҙың йыл буйы туплаған белемдәрен дә тикшереп ҡараясаҡ. Мәктәптә өйрәнгән фәндәр буйынса ҡыҙыҡлы һорауҙар, күңелле тәнәфестәр бер кемгә лә бойоғорға юл ҡуймаясаҡ! Бассейнда үткәрелгән төрлө конкурстар һәм уйындар – ул ысын Фиксо-сәйәхәт буласаҡ! Программа һуңында балалар һыулы «бишле»ләр аласаҡ!


«Бананлы кәйеф»

Алып барыусы: Миньон Кевин

Бары тик миьон үткәргән байрамда ғына бананлы кәйефкә эйә булырға мөмкин! Кевин быны ҙур ҡыуаныс менән башҡарасаҡ һәм барыһын да йәй миҙгеленә әҙерләйәсәк! Уҙған йәйҙең ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын иҫкә төшөрөп, яңыһының серҙәрен асасаҡ! «Бананлы кәйеф» программаһына квест элементтары индерелгән. 


Урта һәм үҫмер йәштәге балалар өсөн программалар (квестар):

«Агент 007»

Аквапарк биләмәһенә шымсылар үтеп ингән! Уларҙы юҡ итеү өсөн агенттар командаһы төҙөлә, юҡһа, аквапарк шымсылар ҡулына эләгәсәк! Квесты үтеү бик үк еңелдән түгел. Һеҙгә аквапарк биләмәһендә йәшерелгән күрһәтмәләр ярҙам итәсәк! Программа 10 йәштән өлкән балалар өсөн тәғәйенләнгән.


«Гавай кисәһе»

Эҫе «Гавай» планетаһына барып эләккән балалар үҙҙәрен ысын «гавай ҡәбиләһе» итеп тоясаҡ. Улар король йәки королева (тыуған көнөн билдәләүсе) етәкселегендә аквапарктың барлыҡ биләмәһе буйлап үҙенсәлекле һынауҙар аша үтәсәк. Ә һынауҙар еңел түгел! Пальмалар һәм диңгеҙ мөхите байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләйәсәк. 

1-173.jpg

«Пират кисәһе» 

Иҫ киткес мауыҡтырғыс сара. Пират Элли үҙенә команда йыя! Әммә командаға эләгеү өсөн балаларға пиратлыҡҡа арнау йолаһы аша үтергә кәрәк. Башватҡыстар һәм бассейн эсендә ойошторолған уйындар кескәйҙәргә күңелһеҙләнергә бер минут та ваҡыт ҡалдырмаясаҡ! Ә инде йәшерелгән байлыҡты табыу өсөн ярайһы уҡ тырышлыҡ, көс һалырға тура киләсәк! Аквапарк бит ҙур ғына!



«Аквапаркта тыуған көн»
1-се комплекслы тәҡдим (хаҡы 12 000 һум).




1-се комплекслы тәҡдим хаҡына инә:
  • Аквапаркка инеү: 4 сәғәткә, үҙең теләгән көндә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа мөмкин.
  • Анимацион программа (16 йәшкәсә балалар өсөн). 
  • Байрам табыны, кафела махсус урын, үҙең менән торт алып килергә мөмкин.


Түләү һәм бронләү шарттары:
  • Хаҡтың 50%-ын алдан түләү – 6 000 һум.
  • Хаҡты тулыһынса (100%) түләү – 12 000 һум. 
Иҫкәрмә: 12 000 һум хаҡ 10 кешегә тиклем компания өсөн иҫәпләнә.
10-дан артҡан осраҡта һәр кеше өсөн өҫтәп 900 һум түләнә.


«Аквапаркта айырым SPA-биләмәлә тыуған көн»
2-се комплекслы тәҡдим (хаҡы 14 000 һум).



2-се комплекслы тәҡдим хаҡына инә:
  • Аквапаркка инеү: 4 сәғәткә, үҙең теләгән көндә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа мөмкин.
  • Анимацион программа (16 йәшкәсә балалар өсөн). 
  • Байрам табыны, айырым SPA-биләмәлә махсус урын – тулыраҡ ошонда, шулай уҡ үҙең менән торт алып килергә мөмкин.


Бронләү шарттары:
  • Хаҡтың 50%-ын алдан түләү – 7 000 һум.
  • Хаҡты тулыһынса (100%) түләү – 14 000 һум. 

Иҫкәрмә: 14 000 һум хаҡ 10 кешегә тиклем компания өсөн иҫәпләнә. 10-дан артҡан осраҡта һәр кеше өсөн өҫтәп 1000 һум түләнә.

Тыуған көн үткәреүгә түбәндәге телефон аша әле үк бронь ала алаһығыҙ:
  • +7 (347) 297-0-297 (эске тел. 3)



Возврат к списку

Поделиться:
◢◣ Наверх

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных