Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Дш. – 12.00-22.00
Шш.-Йш. – 10.00-22.00



Өфө аквапаркы

Өфө аквапаркы

Өфө аквапаркының рәсми сайтында Һеҙ аквапарктың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы кәрәкле мәғлүмәт таба, аттракциондар менән таныша, Виртуаль турҙы ҡарай алаһығыҙ. Әгәр ҙә Һеҙҙең һорауҙарығыҙ тыуһа, беҙ Аквапарктың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми берләшмәләре аша ихлас яуап бирәсәкбеҙ.
Аквапарк эсендәге мөхит һәм йыһаздар Юрский осорондағы тропик йылғалар аҡҡан, пальмалар үҫкән, мөмерйәләр, шарлауыҡтар, күлдәр булған һәм улар янында динозаврҙар йөрөгән юғалған донъяны күҙ алдына баҫтыра. 

Аквапаркта булыу өсөн төрлө тарифтар ҡаралған. 2 йәки 4 сәғәткә, шулай уҡ тулы көнгә билеттар алырға мөмкин. Төрлө ташламалар менән файҙаланыусы кешеләр өсөн махсус тарифтар булдырылған. Билеттар өсөн аквапарктың кассаларында ҡулаҡса йәки банк карталары менән иҫәпләшергә мөмкин. Шулай уҡ беҙҙең сайт аша электрон билеттар һатып алырға була. Даими рәүештә үткәрелгән төрлө акциялар мәлендә электрон билеттарға ташламалар ҡаралған.  

Ҡағиҙәләргә ярашлы, Өфө аквапаркына билет һатып алып, Һеҙ түбәндәге мөмкинлектәргә эйә булаһығыҙ:
  • Бөтә төр һыу аттракциондарында эйеү;
  • Бөтә төр бассейндарҙа, сауналарҙа, хамамда һәм джакузиҙа ял итеү (айырым SPA-биләмәнән тыш);
  • Аквапарк биләмәһендә булдырылған бөтә уңайлыҡтар менән файҙаланыу (душ, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, шәхси әйберҙәр өсөн тәғәйенләнгән шкафтар, әсә һәм бала өсөн булдырылған бүлмә, фендар һ.б. менән ҡулланыу);
  • Ятыу өсөн тәғәйен ҡулайламалар, ҡотҡарыу жилеттары, ҡулсалар менән ҡулланыу.
Нимәләр өсөн айырым түләү ҡаралған (исемлек тулы булмаҫҡа ла мөмкин):
  • Айырым SPA-биләмә һәм ундағы хеҙмәттәр;
  • Фотохеҙмәттәр;
  • Кафе һәм барҙар.

“Тулы көн” тарифын һатып алған осраҡта, Аквапаркта көн дауамында (эш ваҡытына ярашлы) ял итергә мөмкин. Шуны ла белеү мөһим: билет һатыу 19.30 сәғәттә туҡтатыла.

Аквапаркка килеүселәр өсөн бихисап күңел асыу һәм әүҙем ял итеү саралары тәҡдим ителә. Һеҙ иркен бассейнда тулҡындар менән ярышып йөҙә, джакузиҙа ял итә, хамамда йәки сауналарҙа йылына, кафе һәм барҙа тамаҡ ялғай, һыу тауҙарында шыуа алаһығыҙ, шулай уҡ сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүсе SPA-процедуралар алырға мөмкин.  

Бөгөнгө көндә Өфө аквапаркында түбәндәге аттракциондар һәм күңел асыу саралары тәҡдим ителә:

Работа-1

12 һыу таусығы

Аттракциондар күңелле кәйеф бүләк итә! Өфө Аквапаркы үҙенсәлекле аттракциондар, ҡыҙыҡлы уйын майҙансыҡтары менән йыһазландырылған. Балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым таусыҡтар булдырылған һәм улар дөйөм комплексты тәшкил итеп, бер-береһенә ҡамасауламай. Был үҙ сиратында ялды уңайлы һәм хәүефһеҙ итә. 

Һыу таусыҡтары: 

  • "Ирекле төшөү" (“Свободное падение”) һәм "Камикадзе" – исемдәре үк әйтеп тороуынса, ҡуркыу белмәҫ ҡыйыуҙар өсөн. 

  • "Йор йылға" (“Быстрая река”), "Тау шишмәһе" (“Горный ручей”) һәм "Анаконда" – киҫкен боролоштарҙан (180 - 360 градусҡа тиклем) шәп тиҙлектә шыуып төшөү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итә. 

  • "Өйөрмә" - иң экстремаль һыу таусыҡтарының береһе. Ябыҡ торбанан үтеп, ҙур өйөрмәлә өйрөлөп, бассейнға килеп төшәһең. 

  • Бәләкәстәр өсөн таусыҡтар төрлө ҡаялар, динозаврҙар һәм мәмерйәләр эсенә йәшерелгән. 

  • Ике таусыҡ ҙур оя эсендә урынлашҡан, уларҙан шәп тиҙлектә шыуып төшөү яҡшы кәйеф, ҡыуаныстар бүләк итә. 

  • "Плюх" һәм "Бултых" – серле мәмерйә һәм ҙур динозавр эсендә. Унда инеү балалар өсөн ысын мажараға әйләнәсәк, ә текә боролоштар аша шыуып төшөү тәьҫораттарҙы тағы ла нығыраҡ байытасаҡ!

  • "Динь-динь" таусығы ла динозаврҙың эсендә, был таусыҡ ҡыйыу, мажара яратыусы кескәйҙәр өсөн. 

  • Йәйге террассала урынлаштырылған бәләкәй динозавр эсендәге таусыҡ та кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән (ул йәй миҙгелендә генә эшләй). 

  • Аквапаркта төрлө һыу аттракциондары һәм бассейндар тәҡдим ителгән: 

  • "Тулҡынлы бассейн" (Волновой бассейн) - ысын диңгеҙ тулҡындарын хасил итә. 


Работа-2

Тулҡынлы бассейн һәм Relax-бассейндар

Иркен бассейнда тулҡындар менән ярышып йөҙөгөҙ йәки relax-бассейндарҙа рәхәтләнеп ял итегеҙ.

  • Тулҡынлы бассейндағы һыу хәрәкәте ысын диңгеҙ тулҡындарын тойорға ярҙам итә.

  • Relax-бассейн тыныс ял яратыусыларға тәғәйенләнгән. Бында аква-бар хеҙмәте менән ҡулланырға, джакузиҙа ял итергә, һыу массажы алырға, хозур шарлауыҡ менән һоҡланырға була.

  • Динозаврҙар йөрөгән тропик күл рәүешендәге бассейн аквапарктың үҙәгендә урынлашҡан, ул һыуҙа әүҙем уйындар үткәреү өсөн ҡулай.

  • Күлде урап ағыусы талғын йылға буйлап йөҙөп, рәхәтләнеп ял итергә, аквапарктың иң матур урындарын күҙәтергә мөмкин.


Работа-3

SPA-биләмә

Юғары кимәлдәге уңайлыҡтар булдырылған SPA-биләмә айырым түләнә һәм унда өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим ителә: айырым хамам, фин саунаһы, джакузи, йомшаҡ дивандар ҡуйылған ял биләмәһе, ағас бәүелсәктәр, ресторан менюһынан төрлө ризыҡтарға заказ биреү мөмкинлеге, шулай уҡ Аквапарк тәҡдим иткән барлыҡ ял саралары (һыу тауҙары, бассейндар, йылғалар һәм шарлауыҡтар һ.б.). SPA-биләмә бер юлы 25 кешене һыйҙыра. SPA-биләмәне ҡуртымға алыу тыуған көндәрҙе, корпоратив, ғаилә байрамдарын үткәреү, дуҫтар менән ял итеү өсөн уңайлы. Сара үткәргән ваҡытта Аквапарктың башҡа килеүселәренә SPA-биләмәгә инеү сикләнә. 

Өфө Аквапаркындағы тай массажы салоны килеүселәргә тынысландырыусы һәм сәләмәтләндереүсе массаж тәҡдим итә. Тәүге сеанстарҙан уҡ Һеҙ физик көсөгөҙҙөң артыуын, күңел торошоғоҙҙоң яҡшырыуын, дәрт-дарман өҫтәлеүен тойорһоғоҙ. Алыҫ һәм мөғжизәле Таиландтан килгән оҫталар эшләгән массаж рухи халәтегеҙҙе көйләр, көсөргәнеште кәметер, иммунитетты нығытыуға, ҡан әйләнешен яҡшыртыуға һәм организмығыҙҙы сәләмәтләндереүгә булышлыҡ итер. 

Гарра Руфа балыҡтары ярҙамында үҙенсәлекле пилинг тәҡдим ителә. Был процедура йылы һыу һалынған уңайлы ванналарҙа башҡарыла. Балыҡтар эшкәрткән барлыҡ тән өлөштәре бер ыңғай массаж да ала. Ошо арҡала тире таҙара, ул сәләмәт һәм матур төҫ ала. Был сара үҙәк нервы системаһын тынысландыра, эске көсөргәнеште кәметә. Микромассаж ҡан әйләнешен яҡшырта, шешенеүҙе һәм арыуҙы бөтөрә. Шулай уҡ йәшәртеү көсөнә лә эйә. 


Работа-4

Балалар майҙансыҡтары

Иң бәләкәй ҡунаҡтарға ла төрлө ял саралары ҡаралған. Балалар майҙансығы таусыҡтар һәм бассейн менән йыһазландырылған. Ҙур булмаған һыу тауҙары, һиптергестәр, фонтандар, динозаврҙар кескәйҙәрҙең дә, ата-әсәләрҙең дә күңеленә хуш киләсәк. 


Работа-5

Кафе һәм аквабар

Аквабар relax-бассейндарҙың эсендә урынлашҡан, шуға күрә бассейндан сыҡмайынса ғына үҙегеҙ яратҡан коктейлде һатып алырға була. Аквапарк биләмәһендә бер нисә кафе һәм бар урынлашҡан, улар боронғо цивилизация осорондағы ауыл образында йыһазландырылған. Бында төрлө ризыҡтар, эсемлектәр тәҡдим ителә. Беҙҙең фирма коктейлдәрен тәмләп ҡарарға теләһәгеҙ, коктейль-барға рәхим итегеҙ. 10 кешенән күберәк төркөмдәргә төшкө йә киске аш ҡаралған. “Палеонтолог” барында тәмле пицца менән һыйланырға була. Ә “Динозаврик” кафеһы кескәй ҡунаҡтарға Дино-аштар, Дино-бургерҙар һәм Дино-гарнирҙар тәҡдим итә.


Работа-6

Джакузи һәм сауналар

Аквапарк биләмәһендә бер нисә джакузи, 3 сауна (төрлө температура режимдары менән), хамам, һыуыҡ ванналар һәм контраст душтар урынлашҡан. 

Аквапаркта даими рәүештә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, киңәйтеү йәһәтенән эш алып барыла, төрлө күңел асыу саралары һәм махсус тәҡдимдәр уйлап сығарыла. Байрам саралары, конкурстар, төнгө дискотекалар йыш үткәрелә. Үтәсәк саралар хаҡында белдереүҙәр һәм уларҙан һуң яһалған фотоотчеттар менән беҙҙең сайттың тейешле бүлектәрендә танышырға мөмкин. 

Өфө Аквапаркының “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәге биләмәһендә урынлашыуы килеүселәр өсөн бик уңайлы. Транспорт бәйләнеше, автобус маршруттары өҙөклөкһөҙ эшләй, туҡталыш урындары иркен, бик күп магазиндар, ресторандар бар.

Өфө Аквапаркының барлыҡ мөмкинлектәре, күрһәткән хеҙмәттәре менән беҙҙең сайттың тейешле бүлектәре аша таныша алаһығыҙ.

Поделиться:
◢◣ Наверх

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных