Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Дш. – 12.00-22.00
Шш.-Йш. – 10.00-22.00



Өфө аквапаркы – рәсми сайт

Һеҙҙе Өфөнөң “Планета” аквапаркының рәсми сайтында сәләмләйбеҙ! Һеҙ унда яңылыҡтар, ғәмәлдәге акциялар менән таныша, үҙ фекерегеҙҙе ҡалдыра, билет һатып ала йәки башҡа кәрәкле мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Аквапарк 2013 йылдың 14 декабрендә асылды, ул Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһында майҙаны 5 400 кв.метрға тиң берҙән-бер көплө һыу аттракциондары паркы иҫәпләнә. Аквапарк “Планета” сауҙа үҙәгендә урынлашыуы менән дә уңайлы. Килеүселәр өсөн иркен туҡталыш урындары, бихисап магазин һәм ресторандар бар.

Тупһанан уҡ башланған үҙенсәлекле дизайн килгән ҡунаҡтарҙы Юрский осороноң юғалған донъяһына, динозаврҙар, тропик күлдәр һәм үҫемлектәр араһына илтә. Шарлауыҡтар, диңгеҙ ҡултыҡтары, акватория буйлап ағыусы талғын йылға, мәмерйәләр, боронғо ауыл рәүешендәге кафе һеҙҙең күңелегеҙгә хуш килер. 12 үҙенсәлекле һыу таусығы, SPA-комплекс, балалар ҡаласығы, тулҡынлы бассейн, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе сифатлы итеүгә йүнәлтелгән саралар һеҙгә онотолмаҫ, әүҙем, хәүефһеҙ ял бүләк итер!

Өфө аквапаркы – бөтә ғаилә өсөн яҡшы ял биләмәһе!

Акции, скидки и возможности

  • Берҙәм төркөм

    Берҙәм төркөм

    10 кешенән күберәк төркөмдәргә ташлама – 10%.

  • Бүләк карталары

    Бүләк карталары

    Яңы йыл, туй, тыуған көн, юбилей, өй туйлау... Күпме ваҡиға, күпме дуҫтар һәм таныштар – һәр осраҡта ла яҡшы бүләк кәрәк!

  • Аквапаркта тыуған көн

    Аквапаркта тыуған көн

    Һеҙҙең тыуған көнөгөҙмө?! Улайһа, беҙ һеҙҙе Өфө Аквапаркында көтөп ҡалабыҙ!

  • Төркөм менән килеү

    Төркөм менән килеү

    10 кешенән күберәк төркөм менән килеүселәр өсөн Өфө Аквапаркы “Тулы көн” һәм  “4 сәғәт” тарифтары буйынса ташламалы хаҡтар тәҡдим итә.

  • Махсус тарифтар

    Махсус тарифтар

    Махсус тарифтар эш көндәрендә ташламалы категория граждандары өсөн тәғәйенләнгән**. Ял һәм байрам көндәрендә улар ғәмәлдә булмай.

Спецпредложения (посмотреть все)

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных