Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Дш. – 12.00-22.00
Шш.-Йш. – 10.00-22.00



Сауна, хамам һәм джакузи

SPA-ның нимә булыуын һәр кем үҙе өсөн үҙе билдәләй. Латинсанан тура тәржемә иткәндә Sanitas per aqua – һыу ярҙамында сәләмәтләнеүҙе аңлата. Әммә ял һәм йәшәреүҙең был ысулын яратыусылар был һүҙҙәр генә уның бөтә ләззәтен, һыу бүләк иткән иҫ киткес ҡөҙрәтте тулыһынса асмауын билдәләй. 
SPA – ул беҙгә быуаттар төпкөлөнән килеп еткән айырым бер йәшәү рәүеше һәм фәлсәфә.

Беҙҙең аквапаркта һеҙ күңелле һәм әүҙем ял итеп кенә ҡалмаясаҡһығыҙ, ә фин саунаһын, хамам, джакузиҙың мөмкинлектәрен һынап, боҙло һыуға сумып, һаулығығыҙ өсөн файҙа ла аласаҡһығыҙ.
Хамам – ул үҙенсәлекле бер донъя. Ул ял һәм тыныслыҡ, таҙарыныу һәм сәләмәтләнеү, яйлап ҡына парланырға әҙерләнеү, парланыу, унан инде тулыһынса йыуыныуҙы үҙ эсенә ала. Бөтә был йоланы төрлө төрҙәге массаждар һәм, әлбиттә, файҙалы эсемлектәр ҡабул итеү тамамлай (фитобар SPA-биләмәлә урынлашҡан).

Хамам – ул кешегә бик һаҡ, еңелсә тәьҫир итеүсе процедура. Бында һауа температураһы 60 градустан артмай, тир бүленеү дымлы һауа арҡаһында бара. Эҫе һауа ярҙамында иҙән йылына һәм уға йылы һыу ҡойоу һөҙөмтәһендә пар барлыҡҡа килә. 

Башҡа төр сауналарҙан айырмалы рәүештә төрөк мунсаһы ағастан түгел, башлыса таштан төҙөлә. Эске яғы ла таштар йәки плиткалар ярҙамында биҙәлә. 

Төрөк мунсаһы – ҡоро парҙы ауыр ҡабул итеүселәр өсөн бик ҡулай. Унда температураның тәьҫире йомшаҡ, ә дымлылыҡ иң юғары күрһәткестәргә етә.
Төрөк саунаһының дымлы пары тын юлдары-үпкә ауырыуҙары, астма, быуындар һыҙлауы, тоҙ ултырыу, бөйөр сирҙәре, уртаса хәлдәге йөрәк-ҡан тамырҙары, аш эшкәртеү системаһына бәйле ҡайһы бер ауырыуҙар, неврастения, түбән ҡан баҫымы менән ыҙалаусыларға килешә. 

Тын юлдары ауырыуҙары аҙған ваҡытта, ауыр хәлдәге йөрәк сирҙәре, эске органдарҙа елһенеү процесы, йоғошло ауырыуҙар, ауыр психик сирҙәр (эпилепсия) күҙәтелгәндә, төрөк мунсаһына инергә ярамай. Ауырлы ваҡытта ла кәңәш ителмәй. Төрөк саунаһы өсөн билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәмәү һаулыҡ өсөн зыян килтереүе бар. 

Шулай уҡ бөтә башҡа мунсаларҙағы кеүек, айырым хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә. Үҙеңдең хәл-торошоңдо дөрөҫ баһалау, эҫе әйберҙәргә теймәү һ.б. шарт.

Фин саунаһы
Төрөк мунсаһынан айырмалы рәүештә бында ҡоро пар менән парланалар. Фин саунаһында температура ярайһы уҡ юғары – 90-110 градусҡа етә (аквапаркта төрлө температуралағы сауналар бар). Ә дымлылыҡ 25%-тан артмай. Юғары һауа температураһы иҫәбенә тир бүленеү әүҙемләшә. Фин саунаһы тулыһынса ағастан эшләнә, был уға үҙенсәлекле һәм файҙалы хуш еҫ бирә.

Ҡоро пар уртаса хәлдәге йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, юғары ҡан баҫымы, һейҙек системаһы елһенеүе осраҡтарында, бөйөрҙәрҙә ҙур булмаған таштар булғанда, тире, йүтәл, бауыр сирҙәре менән яфаланғанда файҙалы.
Ауыр формалағы диабет һәм туберкулез менән сирләүселәргә, артериаль ҡан баҫымы үтә юғары мәлдә, һейҙек системаһында таш булғанда, атеросклероз, өҫкө тын юлдары ауырыуҙары, ауыр нервы көсөргәнештәре мәлендә фин саунаһы кәңәш ителмәй. 

Фин саунаһы өсөн мотлаҡ һаналған төп ҡағиҙәләр: иҫкәрмәләрҙе үтәү, сәсте һыуламайынса баш кейемендә булыу, ләүкәләргә махсус япма түшәп ултырыу һ.б.
Бер тапҡыр яҡшы SPA үҙәктә булған кеше оҙаҡ йылдар буйына уға тоғро ҡала.

Фотогалерея:  Сауны, хамам и джакузи

Возврат к списку

Поделиться:
◢◣ Наверх

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных