Купить
билет в аквапарк

Өфө аквапаркы рәсми сайт
8 (347) 297-0-297

Дш. – 12.00-22.00
Шш.-Йш. – 10.00-22.00



Аквапарк тураһында

Аквапарк тураһында

Беҙҙең аквапаркта йыл әйләнәһенә йәй! Бында рәхәтләнеп ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.Үҙенсәлекле дизайн юғалып ҡалған Юрский период донъяһына алып инә. 12 тау, төрлө һыу аттракциондары, бассейндарҙағы бейек тулҡындарҙа йәки лагуналарҙа йөҙөп ял итеү иҫ китмәле шәп ял һәм яҡшы кәйеф бүләк итә!

Балалар менән килгән ғаиләләр бәләкәй таусыҡтарҙа уйнаһа, ә инде мәктәп йәшендәгеләр серле мәмерйәләр, динозаврҙар эсенә йәшерелгән тауҙарҙы эҙләү мажараларына күмелер. Йәштәр өсөн дә аквпаркта бик ҡыҙыҡлы экстремаль тауҙар ҡуйылған. Олораҡ йәштәгеләр джакузилы СПА комплекста, саунала һәм хамамда ял итеп, һаулығын нығыта ала.

Һыу таусыҡтары:

"Еңел төшөү" (Свободное падение) һәм "Камикадзе" - исемдәре үк әйтеп тороуынса, ҡуркыу белмәҫ ҡыйыуҙар өсөн.

"Йор йылға" (Быстрая река), "Тау шишмәһе" (Горный ручей) һәм "Анаконда" - киҫкен боролоштарҙан (180 - 360 градусҡа тиклем) шәп тиҙлектә шыуып төшөү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар буләк итә.

"Өйөрмә" - иң экстремаль тауҙарҙың береһе. Унда ябыҡ торбанан үтеп, ҙур өйөрмәлә өйрөлөп бассейнға килеп төшәһең.

Бәләкәстәр өсөн таусыҡтар төрлө ҡаялар, динозаврҙар һәм мәмерйәләр эсенә йәшерелгән.

Ике тау ҙур оя эсендә урынлашҡан, уларҙан ҙур тиҙлектә шыуып төшөү яҡшы кәйеф, ҡыуаныстар бүләк итә.

"Плюх" һәм "Бултых" - серле мәмерйә һәм динозавр эсендә. Унда инеү балалар өсөн ысын мажараға әйләнәсәк.

"Динь-динь" таусығы ла динозаврҙың эсендә, был тау ҡыйыуҙар өсөн.

Йәйге террассала урынлаштырылған бәләкәй динозавр эсендәге таусыҡ кескәйҙәр өсөн.

Аквапаркта төрлө һыу аттракциондары һәм бассейндар тәҡдим ителгән:

"Тулҡынлы бассейн" (Волновой бассейн) - ысын диңгеҙ тулҡындарын хасил итә.

Relax- бассейн - шау-шыуһыҙ, тыныс ҡына ял итергә теләүселәр өсөн. Һыу инеүселәргә аква-барҙа, джакузиҙа, һыу массажында һәм хозурлы шарлауыҡта ял итеү мөмкинлеге бар.

"Мауыҡтырғыс бассейн" (Развлекательный бассейн) тропик күл стилендә эшләнгән, ул аквапарктың иң үҙәгендә урынлашҡан.

"Яй йылға" (Медленная река) тропик күл тирәләй үтә һәм аквапарктың бөтә матур мөйөштәрен ҡарап сығыу мөмкинлеген бирә.

Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары:

Бәләкәстәр өсөн ике уйын майҙансығы бар: унда ҙур ҡаласыҡ һәм террассала (йәй көнө генә эшләй) һыу сәсрәтеп уйнай торған бассейн.

СПА комплексҡа джакузи, өс сауна (төрлө температурлы режимда), хамам, һыуыҡ ванналар, контраслы душтар инә. Үҙенсәлекле дизайн ярҙамында был зонала вулканлы экзотик мәмерйә атмосфераһы булдырылған.

Аквапаркка килегеҙ һәм юғалып ҡалған Юрский период донъяһына сумығыҙ!
Поделиться:
◢◣ Наверх

Мы используем файлы cookies и другие данные. Продолжая просмотр страниц нашего сайта, вы соглашаетесь с условиями обработки персональных данных